Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Декабрь 2019, 11:05

Никотинлы кәнфиттәрҙе һатыу туҡтатыла

Өфө ҡалаһындағы күп магазиндар никотинлы кәнфиттәрҙе һатыуҙан алған.

Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев магазиндарҙа “снюс”тарҙы һатыуҙы туҡтатыу буйынса күрелгән сараларҙың һөҙөмтәһе хаҡында хәбәр итте.

—13 декабрҙән 15 декабргә тиклем “снюс”тар һатылған урындарҙы асыҡлау өсөн беҙ муниципалитет башлыҡтарына мәғлүмәт ебәрҙек. Дәүләт комитеты белгестәре өҫтәмә рәүештә мониторинг үткәрҙе, шул иҫәптән “Инцидент менеджмент” системаһына килгән мөрәжәғәттәр буйынса ла. Бөгөнгө көндә өҫтәмә тикшереү үткәрелгән 400 сауҙа нөктәһенең 7,5 проценты ғына был продукцияны һатыуҙы дауам итә.

Башҡортостан башлығы был хәлде ентекләп тикшерергә һәм системалы кимәлдә хәл итергә ҡушты.

—Күп осраҡтарҙы беҙ “яптыҡ”. Беҙҙең үтенесте ҡабул иткән өсөн эшҡыуарҙарға рәхмәт белдерәм. Әммә был продукцияны бөтә каналдар буйынса, шул иҫәптән интернет һәм социаль селтәрҙәр аша һатыуҙы туҡтатыу өсөн, эште аҙағына тиклем алып барып еткерергә кәрәк, — тип билдәлне Радий Хәбиров.

Фото: В контакте

Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Nikotinli-k-nfitt-r-e-atiu-tu-tatila-41571/
Читайте нас: