Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Декабрь 2019, 13:55

"Беҙ - йәш янғын һүндереүселәр"

Янғынды бер тапҡыр ғына күргән кеше лә уның ниндәй ҡот осҡос булыуын белә. Ул матди ҡиммәттәрҙе юҡ итеп кенә ҡалмай, әммә, ҡайһы саҡ, иң ҡәҙерлеһе - кеше ғүмерен ҡыя. Беҙ йыш ҡына "Янғынды һүндереүгә ҡарағанда, иҫкәртеү еңелерәк" тигән һүҙҙәр ишетәбеҙ. Был һүҙҙәр бөгөн балалар учреждениеларына ҡарата айырыуса көнүҙәк.

3 һанлы Стәрлебаш балалар баҡсаһында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тураһында тәрбиәләнеүселәрҙең белемдәрен арттырыу буйынса даими эш алып барыла. "Янғын хәүефһеҙлеге" айлығы даирәһендә тәрбиәселәр әңгәмәләр, занятиелар үткәрҙе. Шуларҙың береһе - "Беҙ - йәш янғын һүндереүселәр" спорт сараһы. Уның маҡсаты - янғындар сығыу сәбәптәре тураһында балаларҙың белемдәрен һәм оҫталыҡтарын нығытыу һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә уйлап эш итә белеү булды.
Сара барышында балалар әңгәмәлә, "Янғын һүндереүселәрҙе саҡыртыу" эстафетаһында ҡатнашты - "02" телефон номерын йыйып, үҙҙәренең адресын һәм нимә яныуы тураһында хәбәр итте. "Янғын һүндереүселәр хайуандарҙы ҡотҡара" тип аталған киләһе эстафетала ҡыҙҙар һәм малайҙар тиҙ һәм етеҙ эш итергә һәм ҡаушамайынса янғын сығанағынан хайуандарҙы ҡотҡарырға өйрәнде. "Янғынды һүндер" конкурсы тәрбиәләнеүселәргә айырыуса оҡшаны, бында балалар ут һүндергесте нисек дөрөҫ ҡулланырға кәрәклеген күрһәтте. Тәрбиәләнеүселәр уйын формаһында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә нисек эш итергә кәрәклеге тураһында белем алды.
Сараға Янғындарҙы профилактикалау үҙәгенән ҡунаҡтар, инженерҙар Е.К.Дьяконова һәм В.К.Гаврилов саҡырылды. Тап мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендә үҙеңде хәүефһеҙ тотоуҙың төп оҫталыҡтары, тормошҡа һәм тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш барлыҡҡа килә, тип билдәләне улар.
"Бөгөн беҙ уйын ярҙамында балаларға мәғлүмәтте үҙләштереү еңел булыуын күрҙек. Беҙ эштең ошондай уйын ысулын киләсәктә лә ҡулланып, уны бөтә балалар учреждениелары буйынса таратасаҡбыҙ. Ҡыҙҙар һәм малайҙар заданиеларҙы яҡшы үтәне һәм янғын хәүефһеҙлеге буйынса белемдәрен күрһәтте", - тип билдәләне ул.
Әммә, баланы фажиғәнән һаҡлап ҡалыр өсөн, балалар учреждениеһының тырышылығы ғына етмәй, ата-әсәләр ҙә ошондай эште башҡарырға тейеш. Беҙ улар менән әңгәмәләр, консультациялар үткәрәбеҙ, стендтар эшләйбеҙ, янғын хәүефһеҙлеге тураһында иҫкәртмәләр сығарабыҙ.
Байрам аҙағында һәр тәрбиәләнеүсе янғын һүндреүсенең ысын каскаһын кейеп, ут һүндергесте тотоп ҡарай алды.
Марина МИФТАХОВА,
3 һанлы Стәрлебаш балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе. Фото автор тарафынан бирелде.
Читайте нас: