Стэрлебаш шишмэлере
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Декабрь 2019, 14:45
2022 йылдан ҡағыҙ паспорттар бөтөрөлә
Рәсәйҙә ҡағыҙ паспорттар тапшырыу 2022 йылда тамамлана. Ә электрон паспорттарҙы әйләнешкә индереү проекты 2020 йылда Мәскәүҙә башланасаҡ.
Электрон паспорт – чиплы пластик карта. Бында фото, бармаҡ эҙе һәм шәхестең идентификация мәғлүмәттәре туплана. Электрон паспорт мотлаҡ пенсия страховкаһын, һалым түләүсенең идентификация һандарын һәм медицина полисын берләштерәсәк. Шулай уҡ ғәҙәти банк картаһын да уға бәйләп буласаҡ.
- Электрон паспорт әлегеһенә ҡарағанда ла хәүефһеҙерәк һәм күпкә уңайлы буласаҡ. Граждандар тураһында дөйөм мәғлүмәт берҙәм реестрҙа һаҡлана. Һәр ваҡыт уны тикшереп була, - ти IT компанияһы директоры Марат Рәхимҡолов һанлы форматтағы таныҡлыҡҡа ҡарата үҙ фекерен белдереп.
Паспорт-карточка 10 йылға биреләсәк. Ҡағыҙ документтарҙы электрон вариантҡа алыштырыу һәр кемдең теләге буйынса башҡарыласаҡ. Һанлы форматтағы паспортҡа күскәс, махсус терминалдар урынлаштырыу ҡарала. Электрон паспорт әле Эстония менән Ҡаҙағстанда ғәмәлгә ингән.
Автор: Фарида Мухамадуллина.https://ashkadar.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t/2022-yildan-a-i-pasporttar-b-t-r-l-42311/
Читайте нас:
Новости партнеров
Электрон тәмәке тартыусылар иғтибарына!
Башкирская шаль стала официальным брендом Зианчуринского района Башкирии
Дүртөйле районы башлыгы МХО яугирләреннән сәлам җиткерде