Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Декабрь 2019, 19:45

Республикала ут сығыу мәсьәләһе көнүҙәк ҡала

Уҙған аҙнала төбәктә 150 янғын булған, 6 кешенең ғүмере өҙөлгән, 13–ө ҡотҡарылған.

Һәләк булыусылар Белорет, Бөрө, Бөрйән, Иглин, Туймазы райондарында теркәлгән, тип белдерҙе Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.
Яңы йыл каникулдарында Ғәҙәттән тыш хәлдәр частәре көсәйтелгән режимда эшләйәсәк. Республика хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә күтәрелгән мәсьәләләрҙең береһе шуға ҡағылды.
Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идаралығы етәксеһе Марат Латыпов әйтеүенсә, ялдар ваҡытында күптәр уяулығын юғалта. Шуның менән бәйле төрлө фажиғәләр һаны арта. Былтыр Яңы йыл байрамдарында 260-лап янғын сыҡҡан, ике тиҫтәләп кешенең ғүмере өҙөлгән.
Быйыл был осорҙа 3 меңләп ҡотҡарыусы йәмғиәт именлеге өсөн дежурҙа була.
Әлфиә Хәмитова.
Читайте нас: