Скандинав ярымутрауынан ҡунаҡтар Өфөлә 12-13 декабрҙә үткән этнотуризм буйынса халыҡ-ара форумда ҡатнашырға ҡайтҡан. Сарала улар Өфө-Вена араһындағы кеүек, Өфө-Стокгольм һауа юлын асыу тураһында тәҡдим индергән. Альбина менән Гүзәл әйтеүенсә, Швецияла шифаханаға оҡшаш һауыҡтырыу учреждениелары юҡ. Ике ҡала араһында һауа юлын булдырыу Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә ҙур өлөш индерәсәк.
Киләһе йылда Guzalland ойошмаһы менән бергә Женевала башҡорт-татар һабантуйында ҡатнашырға теләк белдерҙеләр.