Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Декабрь 2019, 11:30

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр атайлыҡ капиталы биреү яҡлы

“Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзалары атайлыҡ капиталын ғәмәлгә индереү демографик хәлде яҡшыртыуға этәргес бирер ине, тигән фекерҙә.

Ошо көндәрҙә Өфөлә һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса фекер алыштылар. Сарала республиканың медицина ойошмалары, министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәре, эксперттар, төрлө кимәлдәге депутаттар ҡатнашты. “Сәләмәт киләсәк” партия проектының демографияға ҡағылған мәсьәләләре төп тема булды. Ғаиләләге балалар һанына ҡарап, пенсия түләүҙәрен арттырыу, ишле ғаиләләрҙе лайыҡлы автомобиль менән тәьмин итеү, әсәлек капиталын файҙаланыу даирәһен киңәйтеү, шулай уҡ өсөнсө балаға атайлыҡ капиталын ғәмәлгә индереү буйынса тәҡдимдәр яңғыраны. Айырыуса һуңғы тәҡдим сарала ҡатнашыусыларҙа хуплау тапты.

– “Берҙәм Рәсәй” депутаттары, минеңсә, был тәҡдимде ҡануниәт кимәлендә үҫтерә ала, – тине партияның Өфөләге бүлексәһе секретары Алина Сөләймәнова.

Фото: iz.ru

https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Ber-m-R-s-y--r-atayli-kapitali-bire-ya-li-38777/

Читайте нас: