Дәресте ҡыҙыҡлы итеп "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы алып барыусыһы Ләйсән Мәзитова, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Шәһит Хамматов һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының башҡорт теле уҡытыусыһы Лилиә Әминева уҙғарҙы.
“Шундай матур байрам! Кинәнеп башҡорт мөхитендә аралашабыҙ. Телебеҙҙең шул ҡәҙәр бай икәненә йәнә бер тапҡыр инандырҙы Башҡорт теле көнө”, – тине Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәт Үтәшев.