Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Декабрь 2019, 12:20

Республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә

Уның сиктәрендә бөтә республика буйынса башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар ойошторола.

Көн дауамында БСТ каналында башҡорт теленә бағышланған телемарафон үтәсәк. Шулай уҡ «Юлдаш» радиоһы эфирҙарында тел темаһына арналған репортаждарҙы тыңларға, төрлө уйын-викториналарҙа ҡатнашырға була.
Өфөлә Башҡорт теле көнө халҡыбыҙҙың күренекле мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскә һалыуҙан башлана. Ошо уҡ көндө иртәнге сәғәт 10 арҙаҡлы шәхес исемен йөрөткән Башҡорт дәүләт педагогия университетында башҡорт теленән республика асыҡ дәресе уҙа. Дәрестең онлайн-трансляцияһын интернет аша күҙәтергә мөмкин буласаҡ.
Шулай уҡ баш ҡаланың сауҙа үҙәктәрендә – «МЕГА», «УЛЬТРА», ҮҘӘК БАҘАР» майҙанында башҡортса мобиль ҡушымталар менән таныштырыу, башҡорт КВН командалары концерты, уйындар һәм башҡа саралар көтөлә. Башҡортостан дәүләт концерт залында киске сәғәт 7 үтәсәк «Байыҡ- 2019 » конкурсы сиктәрендә сәсәндәр бәйгеһе ойоштороласаҡ.
Читайте нас: