Ҡапҡа бикле булғанлыҡтан, уларға кәртә аша һикереп төшөргә тура килә. Был ваҡытта өй эсендә өс оло кеше - бер ир, ике ҡатын - ут ҡамауында ҡалған була. Росгвардия хеҙмәткәрҙәре уларҙы ысын мәғәнәһендә үлем тырнағынан йолоп ала: янған йорттан тәҙрә аша сығырға ярҙам итәләр, ә 93 йәшлек пенсионерҙы күтәреп алып сығалар.
Сержант Павел Коломец һәм старшина Ильдар Фазылов өй янында торған автомобилде лә фажиғә урынына алыҫҡараҡ этеп ҡуя. Һуңынан инде ҡаза күреүселәрҙе ашығыс ярҙам табиптарына тапшыралар. Шулай итеп, ҡыйыу хеҙмәткәрҙәр ярҙамында кеше ғүмерҙәре һаҡлап ҡалына!