Стэрлебаш шишмэлере
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Декабрь 2019, 16:30
Үҙәк баҙар ҙа гөрләп торҙо
Дәртле бейеү көйҙәре яңғырай, берәүҙәр кинәнеп бейей, икенселәр уларҙы ҡарап ял итә. Башҡорт теле көнөндә "Үҙәк" сауҙа комплексына килгәндәр башҡорт йыр-моңон тыңлап, бейеүҙәрен күреп, рәхәтләнеп күңел асты. Халҡыбыҙ ижадының байлығына, милли кейемдәребеҙҙең зауыҡлығына хайран ҡалды улар.
“
Селтәр” студияһына йөрөгәндәр сығыш яһағанда сауҙа үҙәгенә килгәндәр улар ыңғайына бейергә төшмәй түҙә алманы. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистары Ринат Сәрүәнов менән Дарья Костерева теләгәндәргә халыҡ бейеүҙәрен өйрәтте.
Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы йылдарҙа халыҡ араһында милли кейемдәр тегеүселәр, төрлө биҙәүестәр эшләүселәр артҡандан-арта. Төрлө сараларҙа халҡыбыҙға ғына хас биҙәүестәр таҡҡан ханымдарҙы күреп, уларҙың әллә ҡайҙан башҡорт булыуын белергә мөмкин. Рәймә Ҡотләхмәтова тамбурлап сигеү нескәлектәрен өйрәтһә, Римма Абраҡованың ҡул эштәре менән дә ҡыҙыҡһыныусылар бихисап ине. Тәнзилә Ғәйфуллина сиккән картиналар ҙа күҙҙең яуын алырлыҡ.
“
Ауаз” фольклор ансамбле һәүәҫкәрҙәре сығышы байрамдың бер йәме булды.
Автор фотоһы.
Автор: Венер Исхаҡов.
"Башҡортостан" гәзитенән.
1
1
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла