Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Декабрь 2019, 16:05

Башҡорт теле көнөнә һәм Мостай Кәримгә арнала

Өфө ҡалаһының 158-се гимназияһында Башҡорт теле көнөнә һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция асылды.

Туғыҙ йыл рәттән ойошторолған сарала республика мәктәптәренән уҡыусылар ҡатнаша. Уларҙың сығышын билдәле ғалимдар, тел һәм әҙәбиәт белгестәре, яҙыусылар, журналистар, театр хеҙмәткәрҙәре баһалай.
Әйткәндәй, гимназия был конференцияны үткәреү өсөн республика Башлығы грантына лайыҡ булды.
Фото: Автор фотоһы.
Яңылыҡ авторы: Гөлнур Ҡыуатова.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bash-ort-tele-k-n-n--m-Mostay-K-rimg-arnala-35898/
Читайте нас: