Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Декабрь 2019, 15:40

Халыҡ-ара конкурс дипломанттары булдылар

Талант тураһында ғибрәтле хикәйә бар. Унда бер бай кешенең йыраҡ сәйәхәткә йыйынғанда ҡолдарына тәңкәләр (таланттар) бүләк итеүе тураһында әйтелә. Береһенә - биште, икенсеһенә - икене, ә өсөнсөһөнә - берҙе бирә ул. Тәүге ике ҡол уларҙы эшкә һалып, тәңкәләр һанын тағы арттыра. Ә өсөнсөһө эшләргә теләмәй, үҙ талантын ергә күмеп ҡуя. Сәйәхәттән ҡайтҡас, бай кеше ике ҡолон маҡтай, ә өсөнсөһөн ҡыуып сығара һәм уның тәңкәһен әлеге ике ҡолға бүлеп бирә. «Талантыңды ергә күмеп ҡуйыу» мәғәнәһе шунан килеп сыҡҡан да инде.

Ата-әсәләрҙең һәм педагогтарҙың бурысы - балаларҙың талантын ергә «күмеү» түгел, ә уны үҫтереү һәм арттырыу. Был уларға егәрлелек бирә, тормоштоң барлыҡ өлкәләрендә лә ижади яҡтан үҫтерә. Һәр баланың һәләтен күрһәтеү мөмкинлегенә эйә булған таланттар конкурсы шуның өсөн үткәрелә лә.
Өфөлә ҡала мәҙәни-ял үҙәге базаһында «Brilliant Talent’s» I Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр ижад конкурсы үтте. Ул йәш таланттар ижадын популярлаштырыу, яңы исемдәр эҙләү, милли мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында үткәрелде.
Унда өс йәштән ун ете йәшкә тиклем балалар һәм үҫмерҙәр, шулай уҡ бейеү һәм йыр коллективтары - барлығы 1000дән ашыу йәш таланттар ҡатнашты. Еңеүселәр төрлө номинацияларҙа билдәләнде.
Конкурс ойоштороусылары - «Максимум» пиар-компанияһы, «Башҡортостан таланттары» Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ижад конкурсының ойоштороу комитеты һәм «Минең хыялымдағы цирк» халыҡ-ара цирк сәнғәте балалар конкурсы булды. Жюри составына Башҡортостан һәм Рәсәйҙең танылған мәҙәниәт һәм сәнғәт белгестәре инде.
Конкурс - һәр кем өсөн ҙур ваҡиға, ә балалар конкурсы икеләтә әһәмиәтле, сөнки талантһыҙ балалар юҡ. Һәр бала талантлы! Һәм был ябай һүҙҙә генә түгел!
Первомайский балалар баҡсаһының өлкән төркөм тәрбиәләнеүселәре лә унда ҡатнашырға ҡарар итте. Маргарита Николаева һәм Динар Әйүпов «6-9 йәш» һәм «3-5 йәш» категорияларында «Вокал» номинацияһында сығыш яһаны.
Иҫ киткес матур ойоштороу, компетентлы жюри, талантлы ҡатнашыусылар! Шуларҙың 94е - вокал буйынса. Беҙҙең балалар үҙҙәренең йырлау оҫталығын күрһәтеп, тамашасыларҙы һәм жюри ағзаларын һоҡландырҙы һәм лайыҡлы бүләктәр алды. Улар II дәрәжә Дипломанттар булды, ә беҙ уларҙы еңеүҙәре менән ихлас ҠОТЛАЙБЫҘ!
Сәфәрҙе ойоштороуҙа ярҙам иткәндәре, финанс ярҙам күрһәткәндәре, иң мөһиме - балаларына булған һөйөүҙәре өсөн кескәй йондоҙсоҡтарҙың ата-әсәйҙәре: Виталий Николаев, Светлана Цветкова, Юлиә һәм Айбулат Әйүповтарға рәхмәт белдерәбеҙ.
Бихисап йондоҙҙар һибелгән Ғәләмдең сиктәре булмаған кеүек, ижад донъяһы ла сикһеҙлеге менән ғәжәпләндерә. Унда йондоҙҙар күпме? Миллион! Бик күп миллион! Беҙҙең балалар баҡсаһында ла “Brilliant Talent’s” I Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр ижад конкурсында сығыш яһағандан һуң яңы йондоҙсоҡтар балҡыны. Талантығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, балалар! Киләсәктә яңы уңыштар теләйбеҙ!
Лариса НОРОВА,
Первомайский балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Автор фотоһы.
Читайте нас в