Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Декабрь 2019, 23:30

“Беҙгә бер-беребеҙҙе ҡеүәтләргә кәрәк!”

"Донъя кафеһы" форматында барған эшлекле һөйләшеүҙә Ҡоролтай ағзалары "Башинформ" акционерҙар йәмғиәте Советы директоры Ростислав Мырҙағолов, мәғариф министры Айбулат Хажин, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Кабанова менән осрашты. Һәр тармаҡ етәксеһе ҡоролтай етәкселәренең һорауҙарына яуап бирҙе.

Ольга Кабанова үҙ сығышында күберәк иҫерткес эсемлектәр менән мауыҡҡандар ғына түгел, ә алкоголизмдан яфаланғандар, уларға ярҙам хаҡында һөйләне. Йәмәғәт ойошмалары менән бергә ундай кешеләрҙе табыу, дауалау, артабан хәлен күҙәтеү аҫтына алыу мөһимлеген әйтте. "Яңы йылдан тәүлек әйләнәһенә "ышаныс телефоны" эшләй башлай", – тине ул.
Айбулат Хажинға башҡорт телен уҡытыу, балалар баҡсаһы асыу, башҡорт мәктәптәренең статусын һаҡлау тураһында мөрәжәғәт иттеләр. "Башланғыс мәктәпте тергеҙеү эшен һеҙ район хакимиәте менән хәл итә алаһығыҙ", – тип асыҡлыҡ индерҙе министр.
Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннуроваға ла һорауҙар күп булды. Бөгөн республикала нарколог, психотерапевт кеүек белгестәр етмәй.
"Урындарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттары күпләп ябылды тигән фекер менән килешмәйем. Бөгөн республикала 2074 ФАП эшләй. Хәҙер күсеп йөрөгәндәре лә халыҡ араһында киң ҡулланыла. Хатта уларҙы нығыраҡ уңайлы тип таптылар. Шуға күрә халыҡтан һорау булһа, беҙ ярҙам итергә әҙербеҙ", – тине министр урынбаҫары.
Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова музейҙар системаһын барлау эшен яйға һалырға кәрәк тигән фекерҙе хупланы. Гранттар буйынса кәңәш бирҙе. Ул шулай уҡ Әҙәбиәт буйынса фестиваль ойоштороу теләгенә лә ыңғай ҡарауын белдерҙе.

Ростислав Рәфҡәт улы үҙ сығышында Интернет мәғлүмәт сығанаҡтары үҫешенә иғтибар бүлергә саҡырҙы. "Башҡорт баҫмаһын бер кеше алдырһа ла, беҙ уны сығарасаҡбыҙ. Беҙгә бер-беребеҙҙе ҡеүәтләргә, ярҙам итергә кәрәк!" – тине ул.
Лариса АБДУЛЛИНА. Автор фотолары.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Be-g-ber-berebe-e-e-tl-rg-k-r-k-39248/
Читайте нас: