Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Декабрь 2019, 15:10

Ағаһының ҡәберен Смоленскийҙа таба

Юлға сығыу туаһында бойороҡто һалдаттарға кисен генә иғлан итәләр. Киләһе көнөнә юлланалар. Поезд көнсығышҡа табан бара. 1945 йылдың сентябренең икенсе яртыһы тора. Көндәр бик матур. Һауа торошо ҡояш нурҙары менән иркәләй. Ағастың һарғая башлаған япраҡтары ғына көҙ килеүен иҫкәрткәндәй итә. Смоленскийҙа ике тәүлеккә туҡтайҙар.

Сержант Хөсәйен Абсаттаров (һүрәттә) һәм кесе сержант Николай Чернышов вокзалға яҡын урындарҙа йөрөп килергә ҡарар итә.
Мөғжизә менән тиерлек емерелмәй ҡалған ҙур сиркәү янына киләләр. Уның эргәһендә сквер.
- Әйҙә инәйек, - тип тәҡдим итә Николай.
- Ҡайҙа?
- Сиркәүгә түгел, әлбиттә, - тип йылмая Николай. - Баҡсаға.
- Әйҙә.
Элекке һәйкәлде ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарауын дауам итеп, ул иптәшенән бер аҙ артта ҡала.
- Хөсәйен! Кил әле бында. Бында һинең туғаныңдың исеме яҙылмағанмы. Абсаттаров Х.Х.
Баҡса уртаһында туғандар ҡәберлегендә ябай ғына обелиск тора.
Хөсәйен ерләнгәндәрҙең исемлегенә иғтибарлап ҡарай.
- Бына мин һине ҡайҙа таптым, - ти ул татар телендә ҡалтыранған тауыш менән.
- Нимә тинең ул һин, Хөсәйен?
- Ағайым бында ерләнгән. Бер туған ағайым Хәсән. Минән дүрт йәшкә өлкән.
- 41-се йылда унан хат килде, - тип дауам итте Хөсәйен. - Ауыр алыштарҙа ҙур юғалтыуҙар менән сигенеүҙәре тураһында яҙғайны ул. Ҡаты яраланғандан һуң тылдағы госпиталгә эләгә. Ә һуңынан, һөжүм итеү башланғас, тимәк, бында башын һалған.
- Минең дә, Хөсәйен, ағайым һуғышты, - тип көрһөндө Чернышов. - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин уның яҙмышы тураһында бер нимә лә белмәйем. Хаттар булманы. Бәлки, ул да вафат булғандыр. Нимә эшләйһең инде. Һуғыш.
Артабан йөрөү теләге һүнә. Кире ҡайталар.
Бер көндән - йәнә юлға. Мәскәүгә. Бында Абсаттаров Чернышов менән һаубуллашты. Һуңынан - Өфөгә, Стәрлетамаҡҡа, тыуған ауылына. Ул, 20 йәшлек егет, сәстәренә сал ҡунып ҡайта, тәнендә яраларҙан эҙҙәр ҙә ҡала.
43-сө йылдың ғинуарында, хәрби комиссариаттан саҡырыу ҡағыҙы алғанда, уға 17 йәш ярым ғына була. Уның менән бергә Стәрлебаштан Йәүҙәт Ғәлиев, Мәжит Ғиззәтуллин, Шамил Сәйфуллин, Ғәбделхәй Ғәлиевтар алына. Ырымбур өлкәһенә - Тоцк хәрби лагерына ебәрәләр.
Майҙа - көнбайышҡа. Абсаттаров эләккән батальон Брянск фронты составына эләгә. Өс көндән - Орлов өлкәһендә тәүге һуғыш. Бында иптәштәренең нисек һәләк булыуын күрә. Ҙур булмаған туҡтап тороуҙар менән төрлө алыштар. Күберәк ҡурғаулау һуғыштары. Дошман һөжүмен тотҡарлайҙар. Сержант Абсаттаров уҡсылар полкында бүлек командиры була. Курск дуғаһында ғәйәт ҙур алышта ҡатнаша. Август башында, уларҙың дивизияһы Иҫке Волхов ҡалаһын азат иткәндә, Хөсәйендең аяғы ныҡлы яралана. Ике ай госпиталдә. Өс айҙан - йәнә ҡаты яраланыу. Был юлы - ҡулына. Госпиталдән сығып, үҙенең часына ҡайтҡанда, беҙҙең ғәскәрҙәр Белоруссияға етеп килгән була. Оҙаҡламай Абсаттаровты полк разведкаһына күсерәләр. Алыштар күберәк локаль характерҙа була, әммә ҙур һөжүм көтөлөүе күренеп тора. 1944 йылдың июнендә билдәле Белоруссия операцияһы башлана. Бер ваҡыт разведчиктар взводы мөһим стратегик әһәмиәткә эйә булған күпергә йәшеренеп кенә барып, дошманға уны шартлатырға ирек бирмәҫкә тигән бойороҡ ала. Күперҙе һаҡлап ҡалалар. Әммә ҙур көстәр ҡатнашлығында һуғыш башланғас, снарядтың ярсыҡтары Хөсәйендең яурынына эләгә. Госпиталдә уларҙы наркоз менән алалар. Мөғжизә менән генә иҫән ҡалғандыр ул. Сөнки был ярсыҡтар башына ла эләгә алған бит. Госпиталдә бер айға яҡын ята. Һуңынан ул эләккән дивизия 1-се Украина фронты составына ҡушыла. Был ваҡытҡа Хөсәйенгә «Батырлыҡ өсөн» миҙалын тапшыралар. Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша. Бында ла шулай уҡ алыштар ауыр була. Бик күп һалдаттар башын һала. Бынан Чехословакияға күсерәләр. Ошонда сержант Абсаттаров үҙенең хәрби юлын тамамлай ҙа инде.
Һәм бына ул Стәрлебаш буйлап атлай. Стәрле йылғаһы аша һалынған күперҙә туҡталып ҡала. Аҫҡа ҡарап, һыуҙың ағыуына һоҡланып тора. Өйөнә яҡынлашҡас оло йәштәге ҡатынды осрата.
Күҙен ҡыҫып, уға текәлеп ҡарай.
- Хөсәйен, һинме был?
- Мин, мин, апай.
- Ниндәй ҙур шатлыҡ, ә минең улым һаман ҡайтманы.
- Иҫән ҡалғас ҡайтыр, - тип тынысландыра уны Абсаттаров.
Ә өйөндә ата-әсәһенә, туғандарына, дуҫтарына һәм яҡындарына күпме шатлыҡ!
Бер нисә көндән атаһы:
- Ҡайҙа эшкә урынлашырға уйлайһың? - тип ҡыҙыҡһына.
- Миңә колхозда ғәҙәтирәк булыр, моғайын, - тип яуап бирә Хөсәйен.
Өйләнә. Йәмәғәте Әмир ауылынан Миникамал була. Уның атаһы Хәйрулла фронтта вафат була.
Абсаттаров шулай «Стәрле» колхозында эшләүен дауам итә. Ваҡыт үтеү менән атаһының йортонда яңы өй һалып сыға. Балалар үҫтерәләр.
... Бер ваҡыт беҙ Хөсәйен Хаматғәли улы менән уның баҡсаһында әңгәмәләшеп ултырҙыҡ.
- Бер һүҙ менән әйткәндә, үҙ ғүмеремдә күпте күреп, күпте кисеререгә тура килде, - тине ветеран.
Ул һырлы маңлайын усы менән һыпырып алды.
- Шулай ҙа мин үҙемде уңышлы тип иҫәпләйем. Сөнки өс тапҡыр иҫән ҡалдым - был мөғжизә бит.
Үлем бер нисә сантиметрҙа ғына була. Күп, бик күп һалдаттар һуғыш яланында ятып ҡала. Улар тураһында хәтер мәңгелек булһын.
Ирле-ҡатынлы Абсаттаровтар 2012 йылдың йәйендә вафат булды. Әммә уларҙың балалары (улар Стәрлебашта йәшәй), ата-әсәһе тураһында хәтерҙе, фотоһүрәттәрен һәм башҡа ғаилә ҡомартҡыларын ҡәҙерләп һаҡлай.
Мансур ҒИЗЗӘТУЛИН. Фото ветерандың ҡыҙы Әминәнең ғаилә архивынан.
Читайте нас: