Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Декабрь 2019, 16:40

Тиҙҙән дәүләкәндәрҙең дә эсәр һыуы буласаҡ

Дәүләкәндә «Таҙа һыу» федераль проектына ярашлы һыу таҙартыу станцияһы төҙөлә.

Төҙөлөш өсөн 104 миллион һум аҡса бүленгән. Үҙәкләштерелгән система буйынса сифатлы эсәр һыуға һәр йортто тоташтырыу күҙаллана. Станция яңы йылға тиклем эшләй башлар тип көтөлә.
Дәүләкәндәр әлегә тиклем эсәр һыуҙы һатып алырға мәжбүр булған. Тиҙҙән был мәсьәлә хәл ителәсәк.
Объект төҙөлөшө “Экология” милли проекты күрһәткестәренә ирешеүгә булышлыҡ итәсәк.
Фото: БЮТ
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Ti--n-d-l-k-nd-r-e-d-es-r-iui-bulasa-36583/
Читайте нас: