Уңған ҡатын төбәктә тәүгеләрҙән булып 2018 йылда ойошторолған “Мәмбәтбай” кооперативы рәйесе, крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе лә. Мәмбәт ауылында йәшәүсе Эльвира Ғәбитова килем килтереүсе проектты үҫтереүгә 2 миллион 73 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшә һәм уны һөт эшкәртеү цехын асыу өсөн ҡоролмалар һатып алыуға йүнәлтә.
Эльвира Мәүләм ҡыҙы белдереүенсә, әле цехты асыу өсөн һуңғы эштәр башҡарыла. Кооперативта сифатлы һәм экологик яҡтан таҙа һөт ризыҡтарын етештереү ҡаралған. Тәүҙә һөт, ҡатыҡ, ҡаймаҡ, эремсек етештереү планлаштырыла, эшмәкәрлек яйға һалынғас, ризыҡтарҙы төрләндерәсәктәр.
– Цех янына ашхана төҙөнөк, бында эшселәр өсөн генә түгел, ауылдаштар һәм башҡа теләүселәргә тамаҡ ялғау мөмкинлеге булдырыла. Шулай уҡ иркен бинала төрлө тантаналар, юбилей һәм башҡа саралар үткәреү өсөн дә уңайлы булыр тип уйлайым, – ти уңған эшҡыуар.
Бына шундай тәүәккәл һәм уңған ҡатын-ҡыҙ йәшәй Мәмбәт ауылында. Тырыш эшҡыуарҙың уй-ниәттәренең тормошҡа ашыуын, уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ.
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/ir-r-eshe-gen-tim-ge-/