Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь 2019, 14:20

Баймаҡ ҡалаһы "глава"һы билдәле булды

Ул - 2-се мәктәп директоры Радмир Фитрат улы Иҫәнбаев (һүрәттә һулда).

Ҡала башлығы вазифаһына Радмир Фитрат улынан тыш, тағы ике кеше - "Мәрхәмәт" халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге генераль директоры Вадим Артыҡаев менән "Баймаҡ урман хужалығы" етәксеһе Данил Мазһаров та дәғүә итте.
Радмир Иҫәнбаев кандидатураһына конкурс комиссияһы берҙәм тауыш бирҙе. Ул, үҙ сиратта, аҙаҡтан депутат корпусына рәхмәт белдерҙе. Яңы башлыҡ үҙе әйтеүенсә, муниципалитет етәксеһе ролендә һөҙөмтәле эшләү өсөн бар көсөн һаласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 18 ноябрҙя Байҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе башлығы Хәлил Булатов үҙ теләге менән ваҡытынан алда вазифаһынан баш тартты. Шул мәлдә ҡала советы вакант вазифаны биләүгә асыҡ конкурс иғлан итте.

Фото: "Баймакский вестник" гәзитенән
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bayma--ala-i-glava-i-bild-le-buldi-34601/
Читайте нас: