19 декабрҙә «Торатау» Конгресс-холында үтәсәк сараға эшҡыуарлыҡ үҫешенә булышлыҡ итеүсе федераль башҡарма власть органдары, Стратегик инициативалар агентлығы, Рәсәйҙең тура инвестициялар, Сәнәғәтте үҫтереү һәм Моноҡалаларҙы үҫтереү фондтары вәкилдәренең килеүе көтөлә. Форумда республикабыҙҙы ҡунаҡ-тарға ирекле инвестициялар майҙаны булараҡ таныштырып үтәсәктәр. «Төбәктәргә инвестициялар: үҫеш нөктәһе һәм иң яҡшы практикалар» исемле ултырышта һәм фекер алышыуҙарҙа Башҡортостандың иҡтисади үҫешенә бәйле һорауҙарҙы ҡарап үтәсәктәр. Шулай уҡ республикаға килергә теләк белдергән инвесторҙарға әленән үк ниндәй гарантиялар, льготалар һәм өҫтөнлөктәр яһалыуы тураһында һөйләп ишеттерәсәктәр. Форум барышында илдең стратегик инвесторҙары спикер булып сығыш яһаясаҡ, улар үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән бүлешеп, үҙ күҙлегенән сығып, республикабыҙҙың артабанғы үҫеш юлдарын тәҡдим итәсәк.
Тулыраҡ мәғлүмәтте alga-rb.ru сайтында ҡарарға була һәм ҡатнашырға теләк белдереүселәр өсөн 8-800-250-08-98 телефоны аша ҡыҙыу линия булдырылған.