Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Декабрь 2019, 14:10

Яңы документ индерелә

Рәсәйҙә транспорт сараларының энергия һөҙөмтәлелеге һәм экология күрһәткестәре тураһында мәғлүмәт биреү буйынса ГОСТ индерелә.

Ошоға бәйле автомобиль документтарының исемлеге лә үҙгәрәсәк. «Энергия һөҙөмтәлелеге этикеткаһы» тигән документта 100 саҡрымға сарыф ителгән яғыулыҡ, углекислый газ күләме, электромобилдәр өсөн сарыф ителгән электр энергияһы һәм күпме юл үтергә мөмкин булыуы күрһәтелгән. Ул автомобилде һатҡанда һәм тәҡдим иткәндә транспорт сараһына теркәлә торған документтар комплектына индерелергә тейеш. Был ҡағиҙәләр ауырлығы 3,5 тоннаға тиклем булған еңел һәм йөк автомобилдәренә ҡағыла.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Ya-i-dokument-inderel-32715/
Читайте нас: