Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Декабрь 2019, 14:10

Илдең ҡайһы бер төбәктәрендә насар ғәҙәттәре булмаған кешеләр йәшәй

“РИА” агентлығы белгестәре Рәсәйҙә насар ғәҙәттәре булмаған кешеләр йәшәүсе төбәктәрҙе асыҡлаған. Бар икән шундай яҡтар ҙа.Насар ғәҙәт тигәндә, рейтинг төҙөүҙә тәмәке тартыу, алкоголь, наркотик ҡулланыу, алкоголдән ағыуланыу осраҡтары, иҫерек килеш ҡылынған енәйәттәр һаны иҫәпкә алынған. Әйткәндәй, рейтинг 2018 йылға ҡарата.

Насар ғәҙәт тигәндә, рейтинг төҙөүҙә тәмәке тартыу, алкоголь, наркотик ҡулланыу, алкоголдән ағыуланыу осраҡтары, иҫерек килеш ҡылынған енәйәттәр һаны иҫәпкә алынған. Әйткәндәй, рейтинг 2018 йылға ҡарата.
Чечня тәүге урында килә. “Грозный” телерадиокомпанияһы директоры Әхмәд Дудаев белдереүенсә, барыһы ла халыҡтың борондан килгән йолаларынан. Чечендар ислам тәғлимәттәре менән йәшәй, йәш быуынды ла шулай тәрбиәләйҙәр.
Исемлектә артабан Ингушетия, Дағстан, Ҡабарҙа-Балҡар, Төньяҡ Осетия-Алания урынлашҡан. Ошо иң тәүге бишәү 2017 йылдан алып рейтингта үҙгәрешһеҙ ҡала.
Тәүге унау рәтендә Волгоград, Тамбов өлкәләре, Ставрополь крайы, Татарстан, Һарытау өлкәһе бар.
Беҙ, йәғни Башҡортостан, әлегә хатта тәүге 20-лә лә, 30-ҙа ла юҡ. 42-се урындабыҙ. 2017 йылда 39-сыла булғанбыҙ. Бик әкрен генә булһа ла өҫкә күтәреләбеҙ шикелле. Һаман насар ғәҙәттәрҙән арына алмай йонсойбоҙ.
Ә Йәһүд автономиялы өлкәһе, Бүрәт республикаһы, Магадан өлкәһе, Камчатка крайы, Ямал-Ненец автономиялы округында йәшәүселәр насар ғәҙәттәрен бөтөнләй ташларға уйламай ҙа, ахыры. Улар исемлектең иң һуңында.
42-се урында торабыҙ, тимәк. Ә бит беҙҙә лә халыҡ йолалары бар. Бер ҙә насар ғәҙәттәрҙе тарата торған түгел. Ниңә онотҡанбыҙ? Ниңә насар ғәҙәтлеләргә эйәрәбеҙ? Кавказ халыҡтары булдыра алғанды беҙ булдыра алмайбыҙмы?
Фото: РИА.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Ilde--ay-i-ber-t-b-kt-rend-ge-keshel-r-e-nasar---tt-re-yu-tierlek-32685/
Читайте нас: