Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Декабрь 2019, 14:00

Баймаҡта матур сара - халыҡ йырсыһы Рамаҙан Йәнбәковтың хәтер һәм ҡәҙер кисәһе булып үтте

Халыҡ ижады үҙәгендә Байыш ауылында тыуып үҫкән, быйыл көҙгөһөн мәрхүм булған арҙаҡлы шәхес, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған һәм халыҡ артисы Рамаҙан Йәнбәковтың хәтер һәм ҡәҙер кисәһе уҙҙы.

Ул - заманыбыҙҙың башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларының иң сағыу вәкилдәренең береһе, уның халыҡ йыр сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө иҫ киткес әһәмиәткә эйә.
Сараға йырсының туғандары, яҡташтары, ветерандар, уның уҡыусылары - ҡурайсы һәм фольклорсы Юлай Ғәйнетдинов, йырсы Азамат Тимеров килгән ине. Һәр кем уның тураһындағы яҡты иҫтәлектәре менән бүлеште. Район башлығы Фәнис Әминев Рамаҙан Йәнбәковҡа бирелеп өлгөрмәгән “Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына 100 йыл” миҙалын ғаиләһенә тапшырҙы.
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bayma-ta-matur-sara-hali-yirsi-i-Rama-an-Y-nb-kovti-h-ter--m--er-kis-e-bulip-tte-33499/
Читайте нас: