14 декабрҙә Башҡорт теле көнө Өфөләге Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы майҙанда башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башлана. Иртәнге сәғәт 10-да педагогия университетының төп корпусында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән республика асыҡ дәресе үткәрелә. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, интернетта
дәрестең онлайн-трансляцияһы була.