Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Декабрь 2019, 11:15

Ҡыҙ тышҡы ҡиәфәтенән ояла

Үҫмер ҡыҙҙарҙың күбеһе үҙҙәрен йәмһеҙмен тип иҫәпләй, үҙҙәрен ышаныслы тойоу өсөн ҡат-ҡат матурлыҡтары тураһында һорашып, раҫлатып ҡына тора. Ә бына уларҙың тиңдәше - 12 йәшлек Арина исемле ҡыҙға ул йәһәттән ысынлап та борсолорға урын бар.

Ҡыҙҙың аҫҡы эйәге үҫешмәй сабыйҙарҙыҡы кеүек ҡалған - ул микрогнатия тип атала икән. Аринаның да үҙен матур күргеһе килеүе, башҡалар алдында кәмселек тойғоһо кисергеһе килмәүе бөтәбеҙгә лә аңлашылалыр.
"Беҙҙең балалар" хәйриә фонды, ысынлап та, мәрхәмәтле эш башлап ебәргән: битараф булмаған халыҡтан ҡыҙҙың эйәгенә операция яһау өсөн аҡса йыйыуҙы ойошторған. Фонд хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, Арина ошо етешһеҙлеге арҡаһында шым һәм оялсан булып үҫеп килә, гел башын аҫҡа эйеп йөрөй, бынан тыш, ул һүҙҙәрҙе асыҡ итеп ҡысҡырып әйтә алмай. Өс йәшендә грипп менән ауырып, аяҡтары атламаҫ була, өҙлөгөү яйлап үтә тип әйтергә булыр ине, тик ул ауыҙ аша тын ала башлай. Йөҙөндәге үҙгәреш шул ваҡыттан башлана ла инде. "Беҙ был етешһеҙлеген битенә гимнастика эшләп төҙәтергә маташтыҡ, тешендә пластинка йөрөттө - һөҙөмтә булманы. Брекет та ҡуйҙырып ҡараныҡ. Ул тештәрен тигеҙләне, ә эйәк үҙгәрешһеҙ ҡалды. Табиптар операцияһыҙ булмай тине", - тип һөйләй ҡыҙҙың әсәһе.
Арина Балакиреваның диагнозы косметик етешһеҙлек кенә түгел, эйәге бәләкәй булғанлыҡтан, ул йүнләп сәйнәй алмай, был аш эшкәртеү, аш һеңдереү ағзаларының эшмәкәрлегенә зыян килтерә, шулай уҡ теле тығылыу хәүефе лә бар.
Республика балалар клиник дауаханаһында ҡыҙға имплант ҡуйырға ризалар. Тик бының өсөн байтаҡ аҡса кәрәк - 354 мең һум, шуның 73 меңе йыйылған. Ғаиләнең үҙенең генә был тиклем сумманы йыйырға хәленән килмәй, шуға мәрхәмәтле, кеше ҡайғыһына битараф булмағандар ҡыҙға ярҙам итеү өсөн үҙ өлөшөн индерә ала.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/i-tish-i-i-f-ten-n-oyala-29943/
Читайте нас: