Байрамға уҡыу алдынғылары, мәктәп олимпиадаларында, ил һәм төбәк фестивалдәрендә, конкурстарҙа, спорт ярыштарында еңеүселәр, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең, аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләрҙең балалары саҡырылған.
Яҡшы уҡып та, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашып, төрлө конкурс, олимпиадаларҙа еңеүҙәр яулап, уңыштар ҡаҙанған балалар, һис шикһеҙ, шундай дәртләндереү сараһына лайыҡ.