Ауырлыҡтар үтә лә китә ул, барыһы ла ваҡытлыса, тип иҫәпләгән игеҙәктәр бәләкәй саҡтан теремек, бер урында тыныс ҡына ултыра белмәгән тиктормаҫ булған. Ата-әсәләре нисек өлгөргәндер инде уларҙы ҡарап-ҡарауыллап. Әле бер кескәй балаға баш булыуы ҡыйын, ә ике тиктормаҫҡа?! Ни ҡылһалар ҙа, ни эшләһәләр ҙә, ата-әсә артыҡ көймәй, киреһенсә, һәр шуҡлыҡтарына, көндән-көн артҡан яңы һөнәрҙәренә һөйөнөп, яратып-һөйөп кенә үҫтергәндәр ҡыҙсыҡтарын. Мәктәпкә барғас, игеҙәктәр ихласлап, тырышып уҡырға керешә, өйгә эш эшләргә яраталар, хатта китап-дәфтәрҙәрҙе, ҡәләм-ручкалар ятҡан пеналды портфелгә тултырыу ҙа уларға оло кинәнес бирә. Үҫә килә, батырайып, үҙ көстәренә ышаныстары артҡан ҡыҙҙар мәктәп тормошо менән ҡайнап йәшәй. Район, республика кимәлендәге төрлө олимпиадала, шиғыр һөйләү конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар алалар, мәктәптә үткән сараларҙың алмаштырғыһыҙ алып барыусыһы булып та танылалар. Балаларының уңыштарына үҙҙәренекенән былайыраҡ ҡыуанған ата-әсә уларҙы һәр саҡ дәртләндереп, хуплап, илһамландырып тора, нимәгә тотонһалар ҙа, уларға иң ныҡлы терәк, аҡыллы кәңәшсе, ярҙамсы була.