Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Декабрь 2019, 14:55

Баймаҡтар ҙа оҫталар күргәҙмәһенән ситтә ҡалмаған

Баймаҡ районыны исеменән Өфөләге ҙур, матур күргәҙмәлә халыҡ ижады үҙәгендә эшләп килеүсе “Хазина” клубы ағзалары сығыш яһай.

— Беҙҙең клуб 2016 йылдан алып эшләй. Эштәребеҙ бик күп, бөтәһен дә алып килә алманыҡ. Кейеҙ ҙә баҫабыҙ, быймалар, түбәтәйҙәр эшләйбеҙ, кейеҙҙән кейемдәр тегәбеҙ, ҡорама, сигеү менән дә шөғөлләнәбеҙ, милли кейемдәрҙе тергеҙәбеҙ, башҡорт милли орнаменты менән заманса кейемдәр тегәбеҙ, ҡашмау-селтәрҙәр, тиренән әйберҙәр эшләйбеҙ һ.б, – тип таныштыра үҙ эштәре менән Миңлегөл Килмәкова
— Мин башҡорт милли күлдәктәрен тегәм. Әле күргәҙмәгә ҡуйылған милли кейемдәрҙең барыһы ла минең эштәрем, – тип һүҙгә ҡушыла Суфия апай Әсәнова.
Баймаҡ оҫталары ҡораманан Башҡортостан картаһын һәм республикабыҙҙың төрлө осорҙағы флагтарын да һүрәтләндерә алған!
Ошонда уҡ бик матур картиналар ҙа ҡуйылған . Уларҙың авторы – һәләтле рәссам Зәбир Тувалев икән.
Фото: Автор фотоһы.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bayma-tar-a-o-talar-k-rg-m-en-n-sitt--alma-an-30535/
Читайте нас: