Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Декабрь 2019, 14:40

Бөрйән "глава"һы Рөстәм Шәрипов киткән. Ҡайҙа?

Башҡортостандың дүртенсе саҡырылыш Бөрйән районы советы 4 декабрҙә муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповты вазифаһынан бушатҡан.

Рөстәм Динислам улы Бөрйән районын биш йылдан артыҡ етәкләне. Вазифаһынан китеүенең сәбәбе - икенсе эшкә күсеү. Раҫланмаған мәғлүмәт буйынса ул Хәйбулла районын етәкләйәсәк. Быны беҙ дүшәмбе көндө БР Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә беләсәкбеҙ.

Ә Бөрйәнгә Ғәзиз Манапов идара итеп торасаҡ. Ул бығаса муниципаль район хакимиәте башлығының иҡтисад, ағас эшкәртеү һәм туризм буйынса урынбаҫары ине.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/b-ry-n-glava-y-r-st-m-sh-ripov-kitk-n-ay-a/
Читайте нас: