Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Декабрь 2019, 14:25

Ағыуға ҡаршы сәйәсәттең тәүге һөҙөмтәләре бар

Беләһегеҙ, беҙҙең республика етәкселеге эскелеккә ҡаршы етди көрәш иғлан итте. Айыҡ тормоштоң ни тиклем яҡшы икәнен күрергә ваҡыт! Һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә был турала яҙма ҡуйҙы.

«Наша антиалкогольная политика принесла первые серьёзные плоды. Смертность от отравления алкоголем у нас в республике уменьшилась с начала года на 70,6%, до 0,5 случаев на 100 тыс. населения (по России - 4,6 случаев). Даже в соседних регионах показатель смертности в два раза больше по сравнению с нашим. Это означает, что все ограничения по продаже алкоголя по праздникам и рейды по ликвидации точек продажи нелегального алкоголя сохранили в Башкирии жизни 47 человек. Это большая победа для всех нас и повод задуматься! Мне сначала казалось, что эти меры будут непопулярны, но оказалось, что почти 70% наших жителей поддерживают борьбу с пьянством...» - тип яҙған ул “Бәйләнештә”.


Тимәк, беҙ дөрөҫ юлда, тип тә өҫтәгән Башлыҡ. Әлбиттә, шулай. Эскелектең яҡшыға килтермәүен ишетеп-күреп торабыҙ бит. Ағыуға, йәғни алкоголгә ҡаршы көрәшкә һәр кем ҡушылһа, беҙ уны мотлаҡ еңәсәкбеҙ.


Бел, милләттәшем, һинең ата-бабаң һатып алып эсеп, иҫереп, иҫерек көйө енәйәттәр ҡылып, ғаиләһен ҡаңғыртып, кем әйтмешләй, әҙәм ыстырамына ҡалып йөрөмәгән. Ауырлыҡты ла, рәхәтлекте лә ғүмеренең ҡәҙерен белеп үткәргән.


Фото: ВГТРК.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/A-iu-a-arshi-s-y-s-tte-t-ge---mt-l-re-bar-31208/

Читайте нас: