Йәмғиәт
6 Декабря 2019, 02:05

Земство фельдшеры

Республикабыҙҙа "Земство фельдшеры" программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә.

Урта медицина белемле белгестәрҙе ауыл еренә эшкә ҡайтарыу маҡсатында булдырылған был программаға ярашлы, фельдшер-акушер пунктына эшкә ҡайтҡан фельдшерҙарға бер тапҡыр 500 мең һум күләмендә компенсация түләнә.

Быйыл был түләүҙе республикала 72 фельдшер аласаҡ.https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Zemstvo-feldsheri-28961/

Читайте нас