Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2019, 00:10

"Мин һеҙҙең менән ихлас һөйләшергә килдем"

"Өфө уттары" күңел асыу үҙәгендә художестволы гимнастика буйынса донъя чемпионы, яҡташыбыҙ Ләйсән Үтәшева менән осрашыу булды. Ул үҙенең донъяның иң матур урынында тыуғаны тураһында һөйләне.

"Кеше өсөн иң мөһиме – ул һаулыҡ һәм ғаилә. Ошо хаҡта оноторға, бала, ирең өсөн үҙеңде йәлләргә ярамай. Күптәр ҡулынан нимә килгәнен үҙе лә белмәй. Стереотиптарҙан арынырға, кәмһенеүҙәрҙән ҡотолорға кәрәк", – тине ул. "Башҡортостан" гәзитендә был хаҡта тулыраҡ уҡырһығыҙ.
Зөлфиә алдында бурыс үтәгән кеүек булдым: Ләйсәндең әсәһе вафатынан һуң,ошо китапты тәржемә ит әле, тип төшкә ингәйне. Китап руссанан башҡортсаға тәржемә ителеп, 2013 йылда баҫылып сыҡты. Ниһайәт, бөгөн романдың башҡортса вариантын Ләйсәндең ҡулына тотторҙом. Сәхнәнән үҙенең башҡортлоғон әйтеп торған милләттәшебеҙгә бәхет, ырыҫ, бәрәкәт теләйем!
Лариса Абдуллина.
Читайте нас: