Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2019, 07:05

Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!

Кисә халҡыбыҙ тарихында тағы бер иҫтәлекле көн булды – башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы ойошторолдо.

Ул илебеҙҙең төрлө төбәктәрендәге башҡорт ижтимағи ойошмаларын берләштерәсәк. Өфө ҡалаһында ошо мөһим мәсьәләгә арналған съезд үтте. Унда Силәбе, Свердловск, Волгоград, Тверь өлкәләренән, Ханты-Манси, Ямало-Ненец автономиялы округтарынан, Татарстан, Коми республикаларынан вәкилдәр ҡатнашты. Ул ике көн дауам итте. Тәүге көнөндә делегаттар БР Милли музейында башҡорт халҡының тарихына арналған “түңәрәк өҫтәл”дә, М. Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрның 100 йыллыҡ юбилей кисәһендә ҡатнашты. Икенсе көнө иһә автономияны ойоштороу мәсьәләләренә арналды.

Республика Башлығы Радий Хәбиров форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп:

  • Халҡыбыҙ, республикабыҙ тормошондағы мөһим ваҡиға менән ҡотлайым. Федераль милли-мәҙәни автономия ҙур берләштереүсе роль үтәр, тип ышанам. Башҡорттар бөтә ил буйлап төрлө яҡҡа таралған. Беҙ уларҙы бергә туплаусы ҙур көс булырға тейешбеҙ, – тине.
  • Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Михаил Мишин иһә:

    • Ул милли мәҙәниәтте популярлаштырыуҙа һәм дөйөм социо-мәҙәни киңлек булдырыуҙа ҙур роль уйнаясаҡ, – тип билдәләне. – 2020 йылдан алып федераль автономиялар дәүләт ярҙамы ала башлаясаҡ. Улар төрлө конкурстар, гранттар формаһында ойоштороласаҡ. Тимәк, тағы ла ҙурыраҡ мөмкинлектәр асыла.
    • Съезд барышында ойоштороуға ҡағылышлы мәсьәләләр ҡаралды: составы билдәләнде, киләсәккә пландар ҡуйылды, етәксеһе һайланды.

      Фото: Башинформ

      https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Berg-bulayi--ber-m-bulayi-28994/

      Читайте нас: