Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2019, 07:25

Баймаҡта йәш ғаиләләргә таныҡлыҡ тапшырылды

Баймаҡ районы йәш ғаиләләргә бала тыуған саҡта кредит ҡаплау өсөн таныҡлыҡтар тапшырҙы.

Райондың 12 йәш ғаиләһе таныҡлыҡ алып ҡыуанды. Ул торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған йәш ғаиләләргә Дәүләт ярҙамы күрһәтеү республика программаһына ярашлы бирелде. Әйткәндәй, был төбәктә 2007 йылдан алып 178 йәш ғаилә ошондай ярҙам алған.

Фото: Баймаҡ хакимиәте сайтынан

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bayma-ta-y-sh-ail-l-rg-tani-li-tapshirildi-27862/

Читайте нас: