Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2019, 00:30

«Башинформ» журналистары «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл» миҙалы менән бүләкләнде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Алик Шакиров һәм махсус хәбәрсе Галина Бахшиева киң мәғлүмәт саралары өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл» миҙалы менән бүләкләнде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы.

Бүләкләнеүселәр иҫәбендә – республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң генераль директоры Венера Хәкимова, Матбуғат агентлығының электрон киң мәғлүмәт саралары секторы мөдире Светлана Иҫәнғолова, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы директорының телевидение буйынса урынбаҫары Шамил Ишемйәров, «Кызыл тан» нәшриәтенең баш мөхәррире Фаил Фәтхетдинов, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының бүлек етәксеһе Евгений Романов, «Йәшлек» гәзите редакцияһы директоры Артур Дәүләтбәков, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы телевидение студияһының баш телеоператоры Урал Ғатауллин, «Башҡортостан» нәшриәтенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәтенең баш мөхәррире Гүзәл Нәбиева, «Өмет» гәзитенең баш мөхәррире Радис Ноғоманов, «Юлдаш» каналы комментаторы Фәймә Мәжитова, «Красное знамя» гәзитенең баш мөхәррире Людмила Сабитова һәм Асҡын мәғлүмәт үҙәгенең баш мөхәррире Фәйрүзә Юнысова.
«Хеҙмәтегеҙ һеҙгә тик шатлыҡ ҡына килтерһен. Тамашасыларығыҙ, уҡыусыларығыҙ һеҙҙең яңы, ижади уңыштарығыҙға һөйөнһөн», — тине Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, журналистарға юбилей наградаларын тапшырып.
Салауат районының «Салауат ерендә» гәзите, Мәсетле мәғлүмәт үҙәге, «Йәшлек», «Молодежная газета», Асҡын мәғлүмәт үҙәгенең «Йәнтөйэк» гәзите, Мишкә мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре Рәсәй Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Дөйөм алғанда, туғыҙ кеше.
Читайте нас: