Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2019, 07:20

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостан Башлығына мөрәжәғәт итте

Был мөрәжәғәт Бишенсе башҡорт ҡоролтайында яңғыраған тәҡдим буйынса.

Ҡоролтай башҡарма комитеты Радий Хәбировтан 14 декабрҙе Башҡорт теле көнө итеп раҫлауҙы һорай. Бишенсе ҙур йыйында шундай тәҡдим булып, уны хуплағайнылар.

Мөрәжәғәт тексында былай тип яҙылған: "Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән БР Мәғариф министрлығы ла ҡушылып, 2016 йылдан алып башҡолрт телен һәм башҡорт халҡының мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлау буйынса саралар ойошторола. Ул Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә, 14 декабрҙә үткәрелә. Туған тел этнос тарихы менән тығыҙ бәйле, уның берлеген, үҙенсәлеген тәьмин итә, халыҡ өсөн нигеҙ булып хеҙмәт итә.."

Башҡорт теле көнөн рәсми булдырыу, уны дәүләт теле булараҡ үҫтереүгә лә, абруйын күтәреүгә лә, һаҡлауға ла булышлыҡ итәсәк, ти мөрәжәғәт авторҙары.

Әйткәндәй

ЮНЕСКО-ның "Юғалып барыусы телдәр атласы"на ярашлы, 2018 йылда башҡорт теле лә юғалыу хәүефе янаған телдәр рәтенә индерелгән.

Фото: Юлай КӘРИМОВ.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/B-t-donya-bash-orttari-oroltayi-Bash-ortostan-Bashli-ina-m-r-g--t-itte-27898/

Читайте нас: