Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Декабрь 2019, 18:55

Яңы ойошма барлыҡҡа килде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был күренеште "башҡорттар тормошонда мөһим ваҡиға" тип билдәләне.

Өфөлә башҡорттарҙың Федераль милли-мәҙәни автономияһын ойоштороу съезы үтә. Ул төрлө төбәктәге милләттәштәребеҙҙең милли-мәҙәни автономиялары башланғысы менән ойошторолған. Съезға, Башҡортостандан тыш, Мәскәү, Силәбе, Свердловск, Волгоград, Тверь өлкәләренән, Коми, Татарстан, Ханты-Манси республикаларынан, Ямал-Ненец автономиялы округынан илленән ашыу делегат йыйылған."Торатау" конгресс-холында үткән съезд ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты һәм үҙенең сығышында был сараның башҡорттар тормошонда мөһим ваҡиға булыуын билдәләне."Биләмәләребеҙ ҙур, башҡорттар күп төбәктәрҙә йәшәй. Беҙ сит өлкәләге милләттәштәребеҙгә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ. Киләсәккә пландар ҙур", – тине ул.Программала башҡорттарҙың Федераль милли-мәҙәни автономияһын булдырыу һәм уға рәйес һайлау ҡаралғайны. Етәксе итеп бер тауыштан Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова һайланды."Әлбиттә, автономияның төп эше милләт-ара тыныслыҡты нығытыу, туған телде һаҡлау һәм үҫтереү, халыҡ традицияларын нығытыу булып торасаҡ. Киләсәктә беҙ йәш быуынға иғтибарҙы көсәйтергә тейешбеҙ. Уңышлы йәштәр тәрбиәләү, башҡорт телен үҫтереү эштәренә яңы алымдар индерергә уйлайбыҙ. Киләсәк – йәштәр ҡулында. Улар уңышлы, уҡымышлы, алдынғы ҡарашлы булһа, халҡыбыҙ йәшәйәсәк", – тине Лилиә Салауат ҡыҙы үҙ сығышында.
Читайте нас: