Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Декабрь 2019, 13:25

Ҡыш бабайға хатты ҡайҙа яҙырға?

Мөғжизәгә ышанған Фатима ҡыҙым Ҡыш бабайға хат яҙҙы, уны конвертҡа һалып, бергәләшеп ебәрҙек. Бүләктең ниндәйен теләгәнен сер итеп кенә “ҡолағыма тиште”. Бәләкәсемә Великий Устюгтың Өфө шикелле ҡала булыуын, унда Ҡыш бабай йәшәүен аңлаттым, ҡасандыр шунда булыуымды ла әйттем. “Әйҙә киттек шунда, миңә лә күрһәт!” тимәһенме бер көндө...

1989–1991 йылдарҙа Котлас (Архангель өлкәһе) тигән ҡалала ил алдындағы бурысымды үтәнем. Беҙҙән ни бары 70 саҡрым алыҫлыҡтағы Великий Устюгҡа бөтәһе ике тапҡыр аяҡ баҫтым. Ҡәҙимге ҡала “аҡ төн”дәре, ҡышҡыһын 40 градус һыуыҡлығы менән дан тота.
Бөгөн иһә бында 30 мең тирәһе кеше йәшәй. 1999 йылдан бирле “Великий Устюг – Ҡыш бабайҙың тыуған төйәге” исемле туристик проект эшләй. Тап ошо ҡалала Ҡыш бабайҙың резиденцияһы урынлашҡан, ғәзиземдең төньяҡ тарафтарына осҡан хаты тиҙҙән шунда барып етәсәк. Был ҡаланы ҡыҙым менән берәй ваҡыт барып күрергә лә насип булыр әле.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Һеҙ ҙә балаларығыҙға Ҡыш бабайға хат яҙыуҙы ойоштороғоҙ!https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/ish-babay-a-hatti-ay-a-ya-ir-a-25679/
Читайте нас: