Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Декабрь 2019, 13:15

Ҡыҙын яҡлап кейәүенә ташланған...

Эй был ҡәһәрле хәмер... Кешеләрҙе ниндәй генә хәлгә төшөрмәй. Күпме ғаиләләрҙе туҙҙыра, яҙмыштарҙы ҡыйрата...

Бына әле лә Өфөлә полиция участкаһына Алатау урамында йәшәгән ғаиләлә ыҙғыш хаҡында мәғлүмәт килә. Пар ҡунаҡта була һәм, тәртипле генә ҡайтыр урынға, ире әрһеҙләшеп тороп ҡала. Ҡатын, балаларын уйлап, алдан ҡайтып китә. Әммә һуңғараҡ ныҡ ҡына ҡырын тейәп ҡайтҡан ир кәләшенә дәғүәләр белдерә башлай, өйҙә янъял ҡуптара, хатта уны быуа башлай. Тауышҡа ирҙең 75 йәшлек ҡайныһы килеп сығып, ҡыҙын яҡлашырға ташлана. Һөҙөмтәлә ике ир яғалашып китә Һәм бер-береһенә бысаҡ менән һелтәнә.
Һөҙөмтәлә ирҙәрҙең икеһенең дә арҡаһы, эсе яраланып, дауаханаға эләгәләр. Ярай әле, бәхеткә, йәрәхәттәре үлемесле булмай. Янъялсыға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ҡунаҡтан сама белеп, парлашып ҡына ҡайтып китһәләр ине лә бит...
Читайте нас: