Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Декабрь 2019, 10:50

"Уралым" АҠШ-та ла ғорур яңғырай!

Талантлы башҡорт егете Радмир Муфтахин Америка Ҡушма Штаттарында гитарала «Уралым» һәм «Байыҡ»ты башҡарып, алҡыштарға күмелгән.

Концерт Халыҡ-ара йәштәр форумы сиктәрендә Нью-Йоркта Рәсәйҙең Америка Ҡушма Штаттарындағы генераль консуллығында үткән.

Был сара Бөтә донъя фольклориадаһын презентациялау ҙа булды, ти Радмир.
Йыйылыусыларҙы Дәүләт Думаһы депутаты, халыҡ-ара эштәр буйынса комитет ағзаһы, «Башҡортостан яҡташтары» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Инга Йомашева тәбрикләгән.

Радмир форумда сығыш яһап, һуңынан Тайм Скверҙа Inspired Word исемле билдәле сарала гитарала уйнаған.
Белешмә өсөн: Inspired Word - төрлө ваҡытта Грэмми еңеүселәре, American Idol финалистары, Golden Globe һәм Obie премиялары лауреаттары, Эмми-ға номинацияланған актерҙар, HBO телеканалы йондоҙҙары сығыш яһаған ҙур сара.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Uralim-A-Sh-ta-la-orur-ya-iray-26119/
Фото: Радмир Муфтахин.
Читайте нас: