Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Декабрь 2019, 13:15

Ун бала янып үлгән...

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, быйыл Башҡортостанда 10 970 янғын теркәлгән. Уларҙа 246 кешенең ғүмере өҙөлгән, шул иҫәптән ун баланың ғүмерен ҡыйылған. Кешеләрҙең янғында күмәкләп һәләк булыу осраҡтары артҡан, йәғни 37 янғында 85 кеше үлгән.

Янғындың төп сәбәптәре: ут менән һаҡһыҙ эш итеү (тәмәке тартыу) – 7071 осраҡ (65,7 процент), электр ҡорамалдарын ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоу – 1667 осраҡ (15,3 процент), мейестең торошоноң һәм ҡулланыу ҡағиҙәһен боҙоу – 960 осраҡ (9 процент).
Быйыл ете янғында ун баланың ғүмере өҙөлгән, былтыр иһә ошо ваҡытҡа ҡарата утта биш бала һәләк булған. Сәбәптәре: биш бала – электр ҡорамалын ҡулланыу ҡағиҙәһен боҙоу, өс бала – ут менән һаҡһыҙ эш итеү, ике бала ут төртөү арҡаһында үлгән. Шулай уҡ 24 янғын мәлендә 31 бала тән йәрәхәттәре алған.
Мәғлүм булыуынса, 2014 - 2018 йылдарҙа 39 янғында бөтәһе 63 бала үлгән, шул иҫәптән йоҡлаған саҡта – 38, эвакуациялауҙа үҙаллы дөрөҫ ҡарар ҡабул итмәү сәбәпле – 15, төрлө шарттарҙа – дүрт, эскелеккә бәйле – ике, шартлау һөҙөмтәһендә – бер.https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Un-bala-yanip-lg-n-25997/
Читайте нас: