Эш бына нимәлә: документтар исемлегендә нотариаль ышаныс ҡағыҙы тигәне лә бар ине. Танышыма был ҡағыҙҙың ниндәй көскә эйә икәнлеге һәм ҡайһы ваҡытта файҙаланыуы хаҡында аңлатып бирҙем. Уның осрағында был документтың кәрәге лә юҡ ине, сөнки ул фатир мәсьәләһен үҙе хәл итеп йөрөй.
Күсемһеҙ милекте рәсмиләштергәндә һаҡ булыу кәрәклеге хаҡында бер ҡасан да оноторға ярамай. Нотариаль ышаныс ҡағыҙы – мутлыҡ ҡылыусылар өсөн бик уңайлы документ. Ул башҡа берәүҙең һеҙҙең өсөн килешеүгә ҡул ҡуйыу хоҡуғын бирә, йәғни уның һеҙҙең кеүек үк хоҡуҡтары һәм бурыстары барлыҡҡа килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күсемһеҙ милек баҙарында кеше мөлкәтенә ҡул һуҙып, тиҙ генә байығып китергә теләүселәр аҙ түгел. Һәм тағы бер нимәне хәтерҙән сығарырға ярамай: уларҙың күбеһе нотариаль ышаныс ҡағыҙҙарын да эшләргә өйрәнгән.
Нотариустар үҙҙәре урынын һәм абруйын, клиенттарҙың ышанысын юғалтмау өсөн бында шикле аҙымдарға бара һалмай. Шуға мутлыҡ ҡылыусыларҙың ҡулына кемдеңдер документтарының төп нөсхәләре эләкһә (улар уны хатта үҙҙәре лә эшләү осраҡтары була), ошо документтарҙың хужаһына оҡшаған кешене табып, нотариусҡа ебәреүе ихтимал. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тап минең танышым кеүек оло кешеләрҙе алдау уларға бер ни тормай, сөнки, законға ярашлы, паспортҡа һуңғы фотоһүрәт 45 йәштә ҡуйыла. Белеүебеҙсә, 20-30 йыл үткәс, кешенең ҡиәфәте лә үҙгәрмәй ҡалмай.
Тағы күсемһеҙ милек агентлыҡтарына, бигерәк тә яңы асылғандарына фатир һатыу-алыу мәсьәләләре менән барғанда абай булырға кәрәк. Ундағы хеҙмәткәрҙәр, үҙҙәренең эшенән риза булған “клиенттары” ҡалдырған, рәхмәт һүҙҙәренән торған яҙмаларҙы күрһәтеп, фатирға йәки йортҡа документтарҙың төп нөсхәләрен үҙҙәрендә бер-ике көнгә ҡалдырып тороуҙы һорауы мөмкин. Улар ошо ваҡыт эсендә, күсемһеҙ милекте үҙҙәренә таныш кешегә рәсмиләштереп, ысын һатып алыусыға биреп, һеҙҙе торлаҡһыҙ ҙа, аҡсаһыҙ ҙа ҡалдырыуы ихтимал. Нисек тип һорайһығыҙмы? Бик ябай ғына: мутлыҡ ҡылыусыларҙың паспорт өҫтәлендә таныш кешеһенең эшләүе йәки ялған паспорт эшләп өлгөрөүҙәре мөмкин. Ә аҙаҡ инде башҡа документтарҙы рәсмиләштереүе лә ауыр түгел.
Фатирҙы ҡуртымға биргәндә лә һаҡ булыу ҡамасауламаҫ. Күп осраҡта килешеү төҙөлөп, паспорттың күсермәләре менән алмашалар. Ә һуңғыһын ҡалдырыу хәүефле, сөнки уның буйынса ялған паспорт эшләүҙәре ихтимал. Илдә лә күсемһеҙ милекте ҡуртымға алыусылар тарафынан әллә күпме иҡтисади енәйәт ҡылына.
Ошо үрҙәге хәлдәргә тарымаҫ өсөн оҙаҡ йылдар эшләгән, халыҡ ышанысын яулаған күсемһеҙ милек агентлыҡтарына йәки риэлторҙарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Документтарҙың төп нөсхәләрен һәм шулай уҡ күсермәләрен кемгәлер бирергә ярамай. Бынан тыш, күсемһеҙ милекте ҡуртымға биргәндә "Росреестр"ға үҙегеҙҙең фатирығыҙ йәки йортоғоҙ менән һеҙҙән тыш ниндәйҙер теркәү үткәреүҙе тыйыу тураһында ғариза яҙығыҙ. Өҫтәүенә Федераль нотариаль палатаның сайтында ышаныс ҡағыҙының дөрөҫлөгөн тикшерергә мөмкин. Был һеҙгә кемдер фатирын һатҡан осраҡта кәрәк. Әгәр хужа тикшертеүҙән баш тарта икән, тимәк, бында шикләнергә урын бар.