Закон проектына ярашлы, әсәлек капиталы аҡсаһын файҙаланып, торлаҡ йорт төҙөү йәки уны үҙгәртеп ҡороу мөмкинлеге булған ер участкалары исемлеге төрҙәре тағы берәү менән тулыланды. Был – баҡса ер участкалары. Бындай ерҙәрҙә торлаҡ йортон төҙөү йәки төҙөкләндереү өсөн әсәлек капиталы аҡсаһын файҙаланырға мөмкин. Тик шуға иғтибар итергә кәрәк: закондағы үҙгәрештәрҙә һүҙ баҡса йорто (дача) түгел, торлаҡ йорт тураһында бара.