Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Декабрь 2019, 11:00

Республикала тыуым кәмегән, сабыйҙар үлеме артҡан

Республикала, уҙған йыл менән сағыштырғанда, сабыйҙар үлеме артҡан, тыуым кәмегән, тип белдергән Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған ултырышта һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева.

Белгестәр был киҫкен мәсьәләне йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаулығы насар булыу сәбәпле, сабыйҙарҙы алдан табыуы йәки бөтөнләй ауырға ҡала алмауы менән бәйләй.

Шулай уҡ бала табыу йәшендәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың кәмеүе, кейәүгә һуң сығыу һәм бала табыуҙы кисектереп тороу менән дә аңлата.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Respublikala-tiuim-k-meg-n-sabiy-ar-leme-art-an-25814/

Фото: depositphotos.com

Читайте нас: