Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Декабрь 2019, 18:45

Нью-Йоркта Бөтә донъя фольклориада менән танышалар

Нью-Йоркта V "Рәсәй һәм Америка йәштәре киләсәге" йәштәр форумы үтә.

Халыҡ-ара майҙансыҡта Мәскәүҙең Башҡорт мәҙәни үҙәге етәксеһе, Zaman төркөмөнә нигеҙ һалыусы Радмир Муфтахин да ҡатнаша. Ул Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, "Башҡортостан берлеге" йәмғиәт ойошмаһы рәйесе Инга Юмашеваның сәләмләү һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе.

Радмир Муфтахин тамашасыларға 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклориада тураһында һөйләне. Шулай уҡ форум ҡатнашыусылары "Байыҡ" һәм "Уралым" башҡорт халыҡ йырҙарын гитарала башҡарҙы.

200ләп кеше ҡатнашҡан сарала түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре, проекттар конкурсы, лекциялар уҙғарыла.
Читайте нас: