Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Декабрь 2019, 13:30

Ни өсөн бысаҡҡа тотонғандыр...

30 ноябрҙә төнөн Бөрө ҡалаһында була был аяныслы ваҡиға. Ҡуртымға алынған фатирҙа йәш егет үҙенең урта йәштәрҙәге һөйәркәһенә бер сәбәпһеҙ бысаҡ менән ташлана һәм уны йәрәхәтләй. Урындағы "Ашығыс ярҙам" станцияһы был турала хәбәр алғас та, ваҡиға урынына килеп етә.

Табиптар фатирҙа ҡанға батҡан 38 йәшлек ҡатынға юлыға. Әлбиттә, улар ҡазаланыусыға тәүге медицина ярҙамы күрһәтеп, район үҙәк дауаханаһына оҙата, ваҡиға тураһында хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итә.

Кеше ғүмеренә үлем менән янаған ғәйепләнеүсене полиция хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала асыҡлай, уның зыян күреүсенең 29 йәшлек һөйәре булыуы асыҡлана. Ҡулға алғанда егет шыр иҫерек була. Енәйәт урынынан криминалистар бысаҡ тартып ала.
Әлегә был егеткә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылғанмы-юҡмы, билдәһеҙ, тикшереү эше башланған. Нимә генә булмаһын, кем менән аралашҡаныңды бел, етмәһә, спиртлы эсемлектәр ҡулланып... https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ni-s-n-bisa-a-toton-andir-24579/
Читайте нас: