«Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, йәштәргә тәҡдим ителгән һөнәрҙәр араһында — администратор, водитель, йөк тейәүсе, диспетчер, консультант, билет контролеры, курьер, клиенттарҙы йәлеп итеү менеджеры, һатыу буйынса менеджер, официант, оператор, ашнаҡсы, офис-менеджер һәм башҡа эш урындары.
Ғәҙәттәгесә, йәрминкәгә килгәндәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә, шул иҫәптән компьютер диагностикаһы, һөнәри йүнәлеш, һөнәри уҡытыу, мәшғүллектең хоҡуҡи мәсьәләләре буйынса консультация бирелә.
Йәрминкәне уҙғарыу урыны һәм ваҡыты— Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем. Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.