"Башҡорт Ҡарһылыуы костюмының иң һоҡланғыс биҙәге булған селтәрҙе, шулай уҡ башҡа төрлө милли биҙәүестәрҙе теләге булған һәр кем, райондарҙағы мәҙәниәт йорттары эшләтеп алыу мөмкинлегенә эйә. Был ғәмәлебеҙ менән беҙ башҡорт мәҙәниәтен киңерәк танытыуҙы, тормошобоҙға миллилекте нығыраҡ индереүҙе маҡсат итеп ҡуябыҙ", – ти Илдар.
Киләсәктә Башҡортостандың һәр төбәгендә селтәр кейгән, сулпы таҡҡан Ҡарһылыуҙар, милли кейемдәге Ҡыш бабайҙар халыҡты, балаларҙы Яңы йыл менән ҡотлар тип ышанайыҡ.