Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Декабрь 2019, 13:20

Алдаҡсыларҙы кинәндерә...

Белорет ҡалаһынан 44 йәшлек ҡатын алдаҡсылар тоҙағына эләгеп, уларҙың карта иҫәбенә 2,5 миллион һум аҡсаһын күсергән.

28 ноябрь кис зыян күреүсегә, үҙен банктың именлек хеҙмәте хеҙмәткәре тип таныштырып, Мәскәү ҡалаһы номерынан берәү шылтырата. Ул ҡатынға булған аҡсаһын тиҙ арала икенсе иҫәпкә күсерергә кәрәк тип тәҡдим итә.

Ҡурҡышынан ҡатын уны-быны уйлап тормай, бер кем менән дә кәңәшләшмәйенсә, төн уртаһында банкоматҡа йүгерә. Үҙенең иҫәбенән ҙур сумманы башҡа иҫәпкә күсерә. Шулай итеп, 12 сәғәт эсендә ул 2,5 миллион һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға, ә алдаҡсылар кинәнеп байый.

Әле был хәл буйынса тикшереү башланып, енәйәт эше ҡуҙғатылған. Был турала күп яҙыла, һөйләнелә, социаль селтәрҙәр аша хәбәр ителә, әммә һаман булһа алданыусылар табылып тора.
Читайте нас: