Полицейскийҙар хәлдең айышына төшөнөп, шик аҫтына алыныусыны билдәләгән. Тиҙҙән 23 йәшлек ир Ауырғазы районы полицейскийҙары тарафынан ҡулға алынған һәм Стәрлебаштағы хеҙмәттәштәренә тапшырылған.
Енәйәтсе ғәйебен таныған, ваҡиғаны тәфсирләп һөйләп биргән. Быға тиклем ул йорт хужаһы менән таныш булған, шуға ла өйгә ҡаршылыҡһыҙ ингән, аҡсаны кеҫәһенә һалған да сығып киткән.
Кеше аҡсаһын нимәгә тотонған тиһегеҙме? Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһына юлланған, кәйеф-сафа ҡорған, ҡуртымға сауна алған һәм күңел асыр өсөн ҡыҙҙар саҡырған.
Енәйәт эше асылған. Кеше иҫәбенә матур тормошта йәшәргә яратҡан ир закон алдында яуап бирәсәк.