Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Декабрь 2019, 10:22

"Ларгус"тарға ышанып...

Кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ҡала-ара, ҡала һәм ҡала яны маршруттарында легаль булмаған ташыусыларға ҡағылышлы мәсьәлә күтәрелде. Кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров алып барҙы.

Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Ростислав Мырҙағолов белдереүенсә, ҡала камераларында бындай ташыусыларҙың ҡайҙа һәм нисек йөрөүе күренеп тора. Мәҫәлән, ҡыйығына багажниктар ҡуйған егермеләгән “Ларгус” автомобиле “Үҙәк баҙар” туҡталышына тулған.

– Улар унда аныҡ һәм билдәле маҡсат менән тора. Кешеләр ҡайҙа барырға кәрәклеген белә. Уларҙың һалым түләүендә, тейешле хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүендә шик ҙур. Был тема электән билдәле, был турала беҙ республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына, ЮХХДИ-ға хәбәр иткәнбеҙ. Тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тикшереүҙәр бер нимә лә күрһәтмәй, ә бына журналистар сыҡһа, барыһы ла күренеп тора, – тине Ростислав Мырҙағолов.

Радий Хәбиров был мәсьәлә буйынса ведомство-ара кимәлдә шөғөлләнергә ҡушты.

– Йыш ҡына бындай “Ларгус"тар артында быларҙың барыһын да ойошторған ниндәй ҙә булһа “һимеҙ бесәй” тора. Ныҡлап шөғөлләнергә кәрәк. Был майҙансыҡтарҙы асыҡларға кәрәк. Ташыу менән шөғөлләнергә теләйҙәр икән, закон буйынса эшләһендәр. Лицензия алһындар, техосмотр үтһендәр, иң мөһиме – кешеләр үлмәһен, – тине Радий Фәрит улы.

Билдәле булыуынса, бының кеүек “Ларгус”тар һәм микроавтобустар “Өфө” универмагы, Галле ҡалаһы туҡталышы, Башҡортостан дәүләт аграр университеты туҡталышы янында тора. Урындағы кешеләр белдереүенсә, төп хәүеф шунда: водителдәр тегендә-бында көнөнә алты-ете рейс яһай, таңғы биштән ҡара төнгә тиклем йөрөйҙәр. Төнгө рейстар ҙа бик популяр, мәҫәлән, Ҡазанға. Ҡала халҡы фекеренсә, бындай микроавтобустарға алмаш булырлыҡ рейстар юҡ.

Кәңәшмәнән һуң республиканың транспорт һәм юл хужалығы буйынса комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов журналистар менән аралашып, был мәсьәләгә аңлатма бирҙе.

– Был ауыр мәсьәлә, уға комплекслы ҡарарға кәрәк. Беҙҙең яҡтан эш бара. Быйыл Өфөлә йәмәғәт ташыуын системалаштырыусы юл картаһы әҙерләү эше тамамлана. Уның буйынса уңышлы ғына һөҙөмтә бар. Киләһе йылдан республика буйынса ла ошондай карта булдырыласаҡ. Был легаль булмаған ташыусылар менән көрәштә һөҙөмтә бирергә тейеш, - тине Тимур Мөхәмәтйәнов.

Республика баҫмаларынан.
Читайте нас: