Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Декабрь 2019, 16:45

Был байрам - хеҙмәт кешеләренә хөрмәт ул

Бөгөн аҡ юрған менән ябынған баҫыуҙарҙа моторҙар геүләүе ишетелмәй. Комбайндар, тракторҙар махсус биналарҙа үҙ урындарына ҡуйылды. Мал-тыуар ҡышҡы аҙбарҙарға - малсылыҡ биналарына күсерелде. Ә аграрийҙар, өҫтәлдәребеҙҙә ҡабарып бешкән икмәк, ит-һөт һәм кондитер изделиелар булһын өсөн иртә яҙҙан көҙгә тиклем тырышып эшләгән ауыл хеҙмәтсәндәре, ниһайәт, ялға туҡтаны. Һәм уҙған йома көндө Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәтсәндәре көнө уңайынан үткәрелгән тантанала район агросәнәғәт комплексының алдынғы хеҙмәтсәндәренә хөрмәт күрһәтелде.Байрамда район хакимиәте башлығы Р.К.Рахманғолов, район Советы рәйесе Ю.Х.Рысаев, ҡунаҡтар - БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Р.Р.Байтуллин, «Бәләбәй һөт комбинаты» йәмғиәтенең әҙерләүҙәр бүлеге начальнигы А.Н.Головин, «Тегидиз» йәмғиәте директоры И.Н.Харисов, «Мәләүез һөт - консерва комбинаты» йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Д.Д.Исхаҡов ҡатнашты.

Ҡунаҡсыл һәм ихлас күңелле хужалар булараҡ, стәрлебаштар ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ, бауырһаҡ, ҡымыҙ менән йырлап-бейеп ҡаршыланы. Тантаналы өлөш башланыр алдынан ҡунаҡтар шәхси эшҡыуарҙар һәм фермерҙарҙың продукцияһы менән танышты. Мәҫәлән, Винер Ишбулдин һәм Лилиә Мөхәмәтйәрова иттән ярымфабрикаттар, Хәйҙәр Солтанов - сувенир ҡумталарға һалынған бал һәм умартасылыҡ продукцияһы, Айрат Фәрхшатов һәм Лилиә Буранғолова икмәк-булка һәм кондитер изделиелары, Айрат Ибәтуллин - сетка-рабица, Р.Әхмәҙиев көнбағыш майы күрһәтте. Ревнер Рәфит улы экспонаттар менән танышыу барышында эшҡыуарҙар һәм фермерҙар продукцияһын ҡайҙа һатыуы, уның һорау менән файҙаланыуы, цехтарҙың етештереүсәнлеге менән ҡыҙыҡһынды. Бер үк ваҡытта БР Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан бирелгән субсидиялар тураһында аңлатмалар бирҙе.
... Байрам башланыуы тураһында белдереп фанфаралар яңғыраны. «Ялҡынлы йөрәк» бейеү коллективы башҡарыуында ауыл хеҙмәтсәндәре хеҙмәтен данлаусы «Игенселәргә дан» тип аталған таҫтамалдар менән бейеү сараны асты.
Йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотлап, сараны алып барыусылар һүҙҙе район хакимиәте башлығына бирҙе. Рөстәм Камил улы йыйылыусыларҙы күп һанлы һандар яҙылған доклад һөйләп йонсотманы, ә уҙып барыусы йыл йомғаҡтары тураһында ҡыҫҡаса һөйләп, барыһын да хеҙмәттәре иң кәрәкле һәм мөһим тип һаналған ауыл хеҙмәтсәндәренә бағышланған матур байрам менән ихлас күңелдән ҡотланы. Сөнки улар ауыл халҡын ғына түгел, ҡалала йәшәүселәрҙе лә экологик йәһәттән таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә.
- Быйылғы көҙ игенселәр өсөн ысын һынауға әүерелде, - тип билдәләне Рөстәм Камил улы. - Ямғырҙар урып-йыйыу эштәрен йыш туҡтатты. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, ауыл эшсәндәренең намыҫлы хеҙмәте, тырышлығы ярҙамында уңыш ваҡытында йыйып алынды, бөртөклөләрҙең уңышы гектарынан 18 центнер тәшкил итте, был уҙған йыл менән сағыштырғанда ике центнерға күберәк.
- Бөтә тармаҡтарҙа ла уңыштар бар, - тип дауам итте ул. - Үҫемлекселектә лә, малсылыҡта ла. Техника, саф тоҡомло мал-тыуар һатып алына, орлоҡ фонды яңыртыла. Был йәһәттән республика етәкселеге һәм Ауыл хужалығы министрлығы ҙур ярҙам күрһәтә. Техника һәм ауыл хужалығы машиналарын яңыртыуға инвестициялар күләме буйынса район республика буйынса иң яҡшы унау иҫәбенә инә. Бөтә милек формаһындағы агросәнәғәт предприятиеларының техник паркын модернизациялауға 2019 йылда 95 млн. һумдан ашыу аҡса сарыф ителгән. Туғыҙ айҙа төп кипиталға инвестиция 74 млн. һум тәшкил итте (2018 йылда - 68 млн. һум).
Кесе һәм урта бизнесҡа ярҙам маҡсатында «Инвестиция сәғәттәре» ндә уларҙың проблемаларын һәм киләсәктәге перспективаларын тикшереүҙәр ойошторолдо. Унда 3,4 млн. һум тирәһе инвестиция менән 39 проект тикшерелде: 16 проект ауыл хужалығын үҫтереүгә ҡағыла, был ауылда ошо тармаҡҡа көсөн һәм аҡсаһын һалырға әҙер кешеләр булыуы тураһында һөйләй.
- Һөҙөмтәгә эшләү - эшҡыуарҙар һәм йүнсел кешеләр менән эшләгәндә беҙҙең төп принцип, - тип билдәләне Р.Рахманғолов. - Был эш йомғағы - БР бюджетынан «Агростартап» программаһы буйынса 6 млн. 661 мең һум дөйөм суммаға гранттар алдыҡ. Был аҡсаға сәсеү комплекстары, тракторҙар, ауыл хужалығы инвентары, йылҡы малы, умарталыҡ өсөн инвентарь һатып алынды. «Килемде арттырыусы программа» буйынса грануллы ҡатнаш аҙыҡтар һәм йәшелсәләрҙе консервалау өсөн ҡоролмалар һатып алынды.
Октябрь аҙағында район делегацияһы Өфөлә ошондай тантанала булып ҡайтты. Төбәк Башлығы Радий Хәбиров яҡташтырыбыҙҙың хеҙмәтен юғары баһалауы һөйөнөслө. «Заря» йәмғиәте механизаторы Фәнзил Ишембәтов «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе, Ленин исемендәге хужалыҡ механизаторы Сәмерхан Иҫәнбәтов - БР Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
Районда хәлле хужалыҡтар күп, тине район хакимиәте башлығы. - Уларҙың етәкселәренә тынғыһыҙ хеҙмәттәре, булған проблемаларға ҡарамаҫтан, ауыл халҡына тыуған ерендә йәшәүе уңайлы булһын өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырышҡандары өсөн рәхмәт.
Рөстәм Камил улы ветерандарға айырыуса рәхмәт белдерҙе, сөнки күпселек осраҡта уларҙың тәжрибәһе, хеҙмәт традицияларын һаҡсыл тапшырыуҙары арҡаһында бөгөн дә районда ауыл хужалығын үҫтереү мәсьәләләре уңышлы хәл ителә. Агросәнәғәт комплексы хеҙмәтсәндәрен ихлас күңелдән ҡотлап, уларҙың һөнәри оҫталығы һәм һайлаған эштәренә тоғро ҡалыуҙары оло ихтирамға һәм хөрмәткә лайыҡ, - тип билдәләне ул.
- Рәхмәт һеҙгә! Һеҙ яҡташтарығыҙҙың ихлас рәхмәт һүҙҙәренә һәм наградаларға хаҡлы рәүештә лайыҡ, улар бөгөн һеҙгә тыуған илегеҙгә тоғро ҡалғанығыҙ һәм намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн тапшырыла, - тип йыйылыусыларға рәхмәт белдерҙе һүҙе аҙағында Рөстәм Камил улы.
Артабан һүҙ ҡунаҡтарға бирелде. Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ревнер Байтуллин республика аграрийҙары йылды ниндәй күрһәткестәр менән тамамлауы тураһында һөйләне.
- Йыл ауыр булыуға ҡарамаҫтан, беҙ һөт, ит, бал етештереү буйынса алданғылыҡты һаҡлап ҡалдыҡ, - тине ул. - Республика аграрийҙарға 3 млрд. 600 млн. һум суммаға ярҙам күрһәтте. Әммә алда беҙҙе ғәйәт мөһим бурыстар көтә, - тип билдәләне Ревнер Рәфит улы. - Яңы малдарҙы һимертеү һәм һөтсөлөк комплекстары төҙөү иҫәбенә техника, саф тоҡомло малдар һатып алынды. Республика ашлыҡ, ит, бал етештереүҙе арттырырға ниәтләй.
Бөгөн республикала 85 млрд. һум суммаға 38 инвест-проект тормошҡа ашырыла. Умартасылыҡты үҫтереү программаһы ҡабул ителде. Ауыл территорияларын үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан «Лидер АПК» проекты, дәүләт программалары эшләй башланы. Фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөләсәк, урамдарҙы яҡтыртыу, һыу үткәреү селтәрҙәре яҡшыртыласаҡ.
- Стәрлебаштар шулай уҡ республика үҫешенә лайыҡлы өлөш индерә, - тип билдәләне Ревнер Рәфит улы. - Һеҙҙең ғорурланыр урынығыҙ бар. Тыуған ерегеҙҙә эшләгәнегеҙ, юғары күрһәткестәрегеҙ өсөн рәхмәт, һис шикһеҙ, бының артында түгелгән тир, ә ҡайһы саҡ ялһыҙ тырыш хеҙмәтегеҙ тора. Байрам менән һеҙҙе!
Рөстәм Камил улы һәм Ревнер Рәфит улы алдынғыларға район хакимиәтенең һәм БР Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Ҡотлауҙар һәм бүләктәр был көндө күп булды. Район Советы рәйесе Юнир Рысаев, «Мәләүез һөт - консерва комбинаты» йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Данил Исхаҡов, «Бәләбәй һөт заводы» йәмғиәтенең әҙерләүҙәр бүлеге начальнигы Александр Головин, «БлагоДать» кредит-ҡулланыусылар кооперативы етәксеһе Фәрит Искәндәров, «Россельхозбанк» өҫтәмә офисы идарасыһы Динара Ғарифуллина сәхнәгә күтәрелеп, ҡотлау һүҙҙәре һәм изге теләктәр белдереп, наградалар тапшырҙы.
Уларҙың ҡотлауҙары шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәйенсә, иртәнән кискә тиклем эш урындарында тырышып эшләгән хеҙмәт кешеһенә хөрмәт хисе менән һуғарылғайны. Байрамды алып барыусылар фамилиялары менән атаған һәр кем етәкселәр ҡулынан наградалар алғанда йәки «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» тип яҙылған ҡыҙыл таҫманы таҡҡанда шатлығын һәм ғорурлыҡ хисен йәшермәне.
Тотош йыл буйына намыҫлы эшләгән комбайнсылар, водителдәр, фермерҙар, хужалыҡ етәкселәре һәм төрлө эш башҡарыусыларҙы сәләмләп, фанфаралар һәм ҡул сабыуҙар тынманы. Байрам аҙағында ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренең хеҙмәтен данлаусы матур концерт әҙерләгән район Мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистарының дәртле сығыштары сараны тағы ла йәмләне.
... Тирә-яҡта донъя һәм тормош нисек кенә үҙгәрһә лә, бәхеткә күрә, мәңгелек ҡиммәттәр онотолмай, уларһыҙ бәхет һәм күңел кинәнесе алып булмай. Шуларҙың береһе - эшһөйәрлек. Һәм бөгөнгө геройҙар үҙҙәренең көндәрен - автомобиль руле, комбайн штурвалы йәки малсылыҡ фермаһында үткәреүе мөһим түгел. Иң мөһиме, уларҙы хеҙмәт илһамландыра, тыуған ерҙәренә һөйөүҙәре көс бирә. Дан һәм хөрмәт һеҙгә!
Рәйсә МУСИНА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: